газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 01:36

Башҡортостан Башлығы - Ҡыуатов исемендәге дауаханала

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров һуңғы көндәрҙә ығы-зығы ҡуптарған Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика-клиник дауаханаһында булды.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров һуңғы көндәрҙә ығы-зығы ҡуптарған Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика-клиник дауаханаһында булды. Медицина учреждениеһына төбәк етәксеһе хәүефһеҙлек сараларын үтәп, махсус костюм кейеп керҙе.
Радий Хәбиров СОVID-19 вирусын йоҡторған пациенттар һалынған палаталарҙа булды. Табиптар һәм пациенттар менән аралашты, уларҙың тиҙерәк һауығыуҙарын теләне.
Республика Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм сирлеләрҙең респираторҙар, костюмдар, комбинезондар, перчаткалар һәм башҡа һаҡланыу саралары менән тәьмин ителеүен күрҙе. Бынан тыш, Радий Фәрит улы коронавирус менән көрәштә алға сафта булған медицина хеҙмәткәрҙәренә финанс ярҙамы күрһәтеләсәге тураһында ла әйтте.
Читайте нас: