Дүшәмбе, 13 апрелдән, алкоголде элеккесә иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем һатып алырға мөмин буласаҡ. Алкоголде ваҡлап һатыу, шул иҫәптән йәмәғәт туҡланыуы урындарында хеҙмәттәр күрһәтеү “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукция етештереү һәм һатыу өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголь продукцияһы ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы республика законына ярашлы ойоштороласаҡ.