Кисәнән алып үҙ аллы изоляция режимын боҙоусыларҙың бөтәһенә лә штраф һала башланылар.Был хаҡта йома көндә брифингта Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге советы секретары Алексей Касьянов белдерҙе.
«Әгәр быға тиклем осраҡтарҙың 90 процентында хоҡуҡ боҙоусыларҙың тәртип һаҡсылары менән осрашыуҙары аңлатыу эше менән тамамланһа, бөгөндән бөтәһе лә административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Быны барыһы ла ишетһен һәм аҙаҡтан үҙ бурыстарын үтәгән хеҙмәткәрҙәргә үпкәләмәһен ине», - тине ул.
Беренсе тапҡыр боҙған өсөн штраф - 30 мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта 50 меңгә ҡәҙәр, тип өҫтәне Касьянов.