Республикала бер шәхси клиника COVID-19-ға анализдар ҡабул итә башланы. Был мәғлүмәтте республиканың "Гигиена һәм эпидемиология үҙәге" баш табибы Анна Казак раҫланы. Уның һүҙҙәре буйынса, шәхси медицина учреждениеһы федераль "Роспотребнадзор"ҙың рәсми реестрына индерелгән.
"Пациенттарҙа яңы коронавирус инфекцияһы булыу-булмауға анализдар ҡабул итә торған лабораторияның бөтә документтары тәртиптә", - тине Анна Казак.
Шәхси лабораторияның рәсми сайтындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, COVID-19-ға анализ тапшырыу пациенттарға 1900 һумға төшәсәк