Бөгөн көндөҙгө сәғәт 4-тә "Беҙҙең хәстәрлек" проекты сиктәрендә "Табиптарға рәхмәт" тип исемләнгән онлайн-концерт уҙғарыла. Унда йондоҙҙар Асҡар Абдразаҡов, Айҙар Ғәлимов, Әнүәр Нурғәлиев (фатирынан, үҙ аллы изоляцияла) һәм башҡа артистар ҡатнаша. Онлайн-трансляция "Башҡортостан" дәүләт-концерт залынан Ютуб, Юлдаш каналдарында күрһәтелә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған "Беҙ бергә" тип аталған бер сәғәтлек концерт коронавирус менән көрәштә алғы һыҙыҡта булған табиптарға, бөгөнгө көндә республика ҡалаларындағы дауаханаларҙа карантинда булған табиптарға һәм пациенттарға ярҙам йөҙөнән күрһәтелә. Был концерт-акция ошо ҡатмарлы мәлдә республика халҡының табиптар менән бергә булыуын дәлилләй.