Тәфтишселәр асыҡлауынса, үгәй атаһы менән улы йортта иҫерткес эсемлектәр ҡуллана. Быға тиклем дә икеһе араһында йыш ҡына ғауға сыҡҡан, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар йыш булған. Был көндә лә ғауға сыға, һүҙ көрәше һуғышҡа әүерелә. Быға тиклем дә кеше үлтереп яуаплылыҡҡа тарттырылған 27 йәшлек ир үгәй атаһына йыртҡыстарса ташлана, өҫтәлдәге сәнскене алып, муйынына бер нисә тапҡыр сәнсә. Шайтан һыуынан ҡыҙған йәш кеше бының менән генә туҡталмай: ҡорбанына тағы бысаҡ ҡаҙай.