Салауат ҡалаһында башлыҡ алышынды. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән беҙгә килде.Ҡала округы Советы ултырышында Радий Хәбиров депутаттарға яңы муниципалитет башлығы кандидатураһын ҡарарға ҡушты. Ул был вазифаға республика сәнәғәт һәм энергетика министрының беренсе урынбаҫары Игорь Мироновты тәҡдим итте. Радий Фәрит улы кандидаттың төбәктең алдынғы предприятиелары менән эшмәкәрлек итеү өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә булыуын, эре сәнәғәт үҙәге һаналған Салауат ҡалаһы өсөн бының мөһимлеген билдәләне.
Совет депутаттары Игорь Мироновтың кандидатураһын хуплап, уны ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ раҫланы.
Республика Башлығы уҙған йылдың февраленән Салауат ҡалаһына етәкселек иткән Динар Хәлиловҡа рәхмәт белдерҙе һәм уның эш тәжрибәһе Башҡортостандың дәүләт идараһы хеҙмәтендә киләсәктә лә кәрәк буласаҡ тип билдәләне.