Эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың Бочкарев урамында “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән күп фатирлы дүрт йорттоң ихатаһын ҡараны. Бында ике балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән, уларҙың биләмәһе заманса япма менән көпләнгән, шулай уҡ спорт ҡорамалдары, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған. Радий Фәрит улы үҙаллы изоляция шарттарында йәшәгән урындағы халыҡ менән дә аралашты.
"Аңлайым, дүрт стена эсендә бикләнеп ултырыу ауыр, әммә тағы ла аҙ ғына түҙергә кәрәк. Был беҙҙең барыбыҙ өсөн дә мөһим", – тине ул.
Республика Башлығы Салауат ҡалаһы дауаханаһы ҡарамағындағы балалар поликлиникаһының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Былтыр бинаның өҫкө ике ҡаты һәм ҡыйығы ремонтланған, “Асыҡ теркәү” системаһы ғәмәлгә ингән, инеү урыны физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы итеп үҙгәртелгән, шулай уҡ яңы диагностика һәм дауалау ҡорамалдары алынған.
Мөдир Татьяна Шептулина поликлиника эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы бер сменала 480 кешене ҡабул итә ала, ул 31 педиатрия участкаһын, йәғни 900-ҙән ашыу баланы хеҙмәтләндерә.
Радий Хәбиров өҫтәмә рәүештә ремонт эштәре башҡарыу, аныҡлап әйткәндә, бинаның тышҡы йөҙөн яңыртыу зарурлығын билдәләне. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә әлеге ҡатмарлы осорҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.