Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
Мәғлүм булыуынса, был аҙнала учреждение тулыһынса карантинға ябылды. Кәмендә ике аҙна ошолай дауам итәсәк. 1200 самаһы кеше (600-ләп пациент һәм шул тиклем үк персонал) бинала бикле ҡалды. Быға бәйле мәғлүмәт сараларында төрлө мәғлүмәт күп, шул иҫәптән кешеләрҙең күңеленә шом һалғандары ла. Дауаханаға бәйле хәлде йәшереүҙән фәтүә юҡ, шуға ла кешеләр тәү сиратта рәсми сығанаҡтарҙан килгән мәғлүмәткә таянһын ине, тип белдерҙе Максим Забелин.
Эйе, карантинға ябылыуҙың тәүге көнөндә, хәлдең көтөлмәгән булыуын иҫәпкә алып, тормош кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү йәһәтенән проблемалар булған, әммә эш тиҙ арала яйға һалынған. Медицина персоналы һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, ял урындары булдырылған, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тормош кәрәк-яраҡтарын дауаханаға алып барыу мәсьәләләре тормошҡа ашырыла, тинеләр. Әйтергә кәрәк, ошо шарттарҙа ла табиптар көндәлек эштәрен дауам итә, операциялар яһала, дауалау процедуралары үткәрелә.
Шул уҡ ваҡытта дауаханаға мөнәсәбәте булған һәр кешенән анализ алалар, әлеге ваҡытта шик тыуҙырған һөҙөмтәләр бер нисә тиҫтәгә етә. Республика дауаханаһының терапия корпусында ятҡан ҡайһы бер пациенттар Дим биҫтәһендәге коронавирусты дауалау өсөн ойошторолған махсус госпиталгә күсерелгән. Уларҙа пневмония булыуы асыҡланған. Араларында дауахана хеҙмәткәре лә бар.
Унан тыш, матбуғат сараларында Мәләүездә вафат булған кешелә коронавирус тапҡандар, тигән мәғлүмәт үтте. Максим Забелин пациенттың оҙаҡ ваҡыт онкология сиренән яфаланғанын, уның ошо сирҙән вафат булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был кеше быға тиклем Республика клиник дауаханаһында дауаланыу үткәнме тигән һорауға министр яуап бирмәне – шәхси мәғлүмәт закон тарафынан һаҡлана.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
("Башҡортостан" гәзите сайтынан)