Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 17:20

Әнүәр Нурғәлиевтың коронавирусҡа анализдары билдәле

Ошо көндәрҙә яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиевтың ғаиләһе ауыр ҡайғы кисергәнен беләбеҙ. Ул донъялағы иң яҡын кешеһен – әсәһен юғалтты. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға кешесә ҡайғырырға ла ирек бирмәнеләр. Өлкән йәштәге ҡатын вафат булғас, унда коронавирус та булғаны асыҡланды һәм шунда уҡ ҡайһы берәүҙәр хәлдең айышына төшөнөп тә тормай, артисҡа яла яға башланы. Имеш, төрлө ҙур ҡалаларҙа гастролдәрҙә йөрөгән Әнүәр Нурғәлиев үҙе әсәһенә был инфекцияны йоҡторған.

Ә рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Нәсимә инәй башҡа сирҙән үлгән, уның мейеһенә ҡан һауған. Бынан тыш, ҡатындың шәкәр диабеты, пневмония менән ауырыуы билдәле. Тик кешенең ауыҙын ҡаплап булмай шул. Әсе теллеләр социаль селтәрҙәр аша Әнүәр Нурғәлиевҡа теләһә нимә яҙа, уның ғаиләһен эҙәрлекләй башланы.
– Өс ай самаһы элек беҙҙең ғаиләгә ҙур бәлә килде – әсәйем сирләп китте. Район дауаханаһында дауалау һөҙөмтә бирмәгәс, уны Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына күсерҙеләр. Шул уҡ көндө уның аяғын ҡырҡтылар. Ә бер аҙна үткәс, ул инсульт кисерҙе. Әсәйем бер аҙна самаһы неврология бүлексәһендә ятты һәм аҙаҡ реабилитация бүлексәһенә күсерелде. Ул үлгән саҡта мин янында булманым һәм вафатына тиклем 7-10 көн дауамында ла күрмәнем, сөнки ул реанимацияла ятты. Табиптар беҙгә уның коронавирус менән сирләү ихтималлығы тураһында әйтмәне. Был диагнозды дәлилләүсе анализдар ҙа эшләнмәне, - тип яҙа Әнүәр Нурғәлиев Инстаграмда.
Нәсимә инәй үлгәс кенә уның коронавирус менән дә сирләүе асыҡланған. “Был яңылыҡ билдәле булғас, миңә янай башланылар, минән бер мөртәт яһанылар”, – ти ул.
– Рәсми рәүештә белдерәм – минең һәм ғаиләмдең коронавирусҡа анализдары асыҡланды. Беҙҙә был инфекция юҡ. Тик мине башҡа нимәләр борсой. Беренсенән, нисек дауаханала ятҡан әсәйем зарарланған? Икенсенән, социаль селтәрҙәр һәм киң матбуғат саралары аша миңә янаған, мине кәмһеткән һәм ялған мәғлүмәттәр таратҡан кешеләргә закон буйынса яуап бирергә тура киләсәк, – тип яҙа Әнүәр Нурғәлиев.
Шулай уҡ яратҡан артисыбыҙ әсәһен дауалаған табиптарға һәм ошо ауыр мәлдә уның янында булған кешеләргә рәхмәтле булыуын белдерә.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: