газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 17:15

Дин әһелдәре нимә ти?

Яңы шарттарҙа йәшәүҙе дауам итәбеҙ. Хәҙер республиканың дини йорттары ла онлайн-режимға күсте. Республикала йәшәгән бөтә конфессия вәкилдәре лә коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерә.

Яңы шарттарҙа йәшәүҙе дауам итәбеҙ. Хәҙер республиканың дини йорттары ла онлайн-режимға күсте. Республикала йәшәгән бөтә конфессия вәкилдәре лә коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерә.
Мәсеттәрҙә күмәкләп намаҙ уҡыуҙар ваҡытлыса ойошторолмай, шулай ҙа аҙан тынмай. Тик аҙан һәм вәғәздән һуң имам ауылдаштарын өйҙә ҡалыуҙы һорап мөрәжғәт итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, бөгөн дөйөм килешеү нигеҙендә Башҡортостан буйынса 1200-ҙән ашыу мәсеттә урынлаштырылған репродукторҙар аша үҙ изоляция режимы тураһында белдереүҙәр яһала. Митрополит Никон да православие динендәгеләргә каратин режимын һаҡлау хаҡында бойороҡ сығарған
– Беҙ ҙә онлайн-режимға күсәбеҙ. Артабан халыҡты йыймайынса ғына йома намаҙҙарын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Мәсеттәрҙә тик имамдар һәм мәзимдәр генә эшләйәсәк. Әле хатта мосолман дәүләттәрендә лә мәсеттәргә халыҡ йөрөмәй. Изге Мәккә ҡалаһында ла мәсет ябыҡ тора. Беҙ табиптарҙың кәңәштәрен теүәл үтәргә тейешбеҙ. Был йәһәттән Республика Башлығы һәм власть вәкилдәре аныҡ күрһәтмәләр бирҙе. Улар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ әйткәненсә, мосолман кеше үҙенә лә, башҡаларға ла зыян килтерергә тейеш түгел, – тип был йәһәттән фекерен белдерҙе Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин.
Православие динендәгеләрҙе алда ике ҙур байрам көтә. 12-се апрелдә Вербное воскресенье, 19-ы – Изге Пасха. Әммә халыҡ өсөн ғибәҙәтхана һәм сиркәү ишектәре тулыһынса ябыҡ.
– Ғибәҙәт ҡылыу өсөн сиркәүҙәр ябыҡ. Әммә митрополит Никон һәм Изге Патриарх бөтә диндарҙарҙы өйҙәрендә доға ҡылырға, мотлаҡ үҙ изоляция режимын һаҡларға саҡыра, – ти баш ҡаланың Сергиев ҡорамы священнигы, протоиерей Евгений Шерышев.
Изге Рамаҙан айына тиклем дә ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Республика мосолмандары тәрәүих намаҙын, йәмәғәт ифтарҙарын мәсеттәрҙә ойоштормаясаҡ. Ауыҙ асыу сараһына йортҡа ҡунаҡ йыуыу шулай уҡ кәңәш ителмәй.
– Сир йоҡтороусы, йә коронавирус ныҡ таралған ерҙән ҡайтып, башҡаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау тураһында уйламай йәмәғәт урындарында йөрөү, ҡаты алыш мәлендә яу яланын ташлап киткән хыянатсы һалдатҡа тиң. Был оло гонаһ иҫәпләнә. Шуның кеүек тыйылған мәлдә мәсеттәргә йөрөү, йә бер нәмәгә ҡарамай күмәк намаҙҙар ойоштороу ҙа дөрөҫ түгел. Киреһенсә, был оло гонаһ. Сөнки беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ, – ти был турала Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Шулай итеп, Башҡортостан мәсеттәре ябыҡ. Ә Диниә назараты вәкилдәре һәм республика имамдары эштәрен ирекмән булараҡ дауам итә. Бөгөн 200-гә яҡын диндар республикала эшләп килгән ҡыҙыу телефондарға ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр нигеҙендә ауыл-ҡалаларҙа ололарға ярҙам ҡулы һуҙа.
Фото: tagilcity.ru
Автор: Альфия Мингалиева
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: