Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 10:00

“Экспорт форсажы” ярҙамға килә

Башҡортостанда "Экспорт форсажы" экспорт акселераторында ҡатнашыу өсөн компанияларҙы һайлап алыу башланды.

Башҡортостанда "Экспорт форсажы" экспорт акселераторында ҡатнашыу өсөн компанияларҙы һайлап алыу башланды.
Был курстар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Был турала республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова менән Рәсәй экспорт үҙәгендәге Экспорт мәктәбенең маркетинг буйынса директоры Артур Лященкононың осрашыуында һөйләшеп килешелде.
- Ике яҡ та Башҡортостанда экспорт йүнәлешендәге предприятиелар өсөн башҡа уҡытыу курстары үткәреү мөмкинлеген дә тикшерҙе, - ти дәүләт комитеты матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
“Экспорт форсажы” буйынса уҡыу бушлай. Башҡортостан ошо программа буйынса уҡытыу ойошторолған алты "пилот төбәге" исемлегенә индерелгән.
#Миллипроекттар
Читайте нас: