Өфөлә бер кешенең өҫтөнә реклама таҡтаһы килеп төшкән. Ҡатын шунда уҡ йән биргән. «Башинформ» хәбәр итеүенсә, Ферин урамында үтеп барған кешегә реклама таҡтаһы килеп төшкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ваҡиға урынында үлгән.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе көслө ел тураһында иҫкәрткәйне шул. Иртәгә, 8 апрелдә лә, Башҡортостанда көслө ел иҫеүе көтөлә.