Башҡортостанда йәшәүселәргә изоляция режимында машинала йөрөргә рөхсәт иттеләр. Ләкин шарттар бар. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе һөйләүенсә, республикала йәшәүселәргә машинала йөрөргә мөмкин - үҙаллы йәки изоляцияла ултырған ғаилә ағзалары менән бергә.
Бының өсөн «Дорога 02» порталында теркәлергә кәрәк, ул иртәгәнән, 8 апрелдән, эшләй башлай. Унда автомобилдең маркаһын һәм ҡайҙа барыуығыҙҙы яҙыу зарур. Әйткәндәй, ярҙамға мохтаж туғандарығыҙға, эшкә, мәрхүмдәрҙе ерләүгә һ.б. ғына барырға мөмкин.
Йома көндөҙгө сәғәт 4-тән ошо уҡ сайтта дачаға барыу өсөн теркәлергә була.