Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостанға коронавирус инфекцияһы менән көрәшеү өсөн федераль ҡаҙнанан 1,23 миллиард һум аҡса бүленгән, тине. Был аҡса республикаға килеп еткән, ул һаулыҡ һаҡлау тармағын яңы шарттарҙа эшләүгә яраҡлаштырыу өсөн тотонола.
Шул уҡ ваҡытта халыҡты яңы тормош шарттарына яраҡлашыу мәсьәләләре борсой. Мәҫәлән, күптәр тышҡа бала менән саф һауа һуларға сығырға яраймы, тип борсола. Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, эйе, мөмкин, әммә һаҡланыу сараларын күреү зарур. Белгес, беренсенән, баланы, миҙгелгә ҡарап, дөрөҫ итеп кейендерергә кәрәк, тине. Икенсенән, кеше булмаған урында битлек кейеү мотлаҡ түгел. Кешеләргә 1,5 – 2 метр яҡын килмәҫкә. Өсөнсөнән, йорттан 150 метрҙан алыҫыраҡ китергә ярамай.