Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 11:00

Балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары хаҡында ҡарар

Ил башлығы Владимир Путин балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, закон буйынса әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләргә апрелдә-июндә өс йәшкә тиклемге балаларҙың һәр береһенә ай һайын бишәр мең һум түләнергә тейеш.

Түләүҙәрҙе 1 октябргә тиклем юлларға мөмкин. Шулай уҡ ҡарарҙа билдәләнеүенсә, был бирелгән аҡса башҡа төр социаль ярҙам төрҙәрен билдәләгәндә иҫәпкә алынмаясаҡ.
Документҡа ярашлы, сығымдарҙы хөкүмәт финансларға, ә түләүҙе Пенсия фонды атҡарырға тейеш.
Ҡарар ҡул ҡуйылған көнөнән үҙ көсөнә инә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: