газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 23:40

"Әсәйемде кешесә ерләй ҙә алманым..."

"Мин әсәйем менән кешесә хушлаша ла алманым. Хәйер таратыу, ҡәберенә тупраҡ һалыу мөмкинлеге булманы".

"Мин әсәйем менән кешесә хушлаша ла алманым. Хәйер таратыу, ҡәберенә тупраҡ һалыу мөмкинлеге булманы".
Бар республиканың аҫтын өҫкә килтергән яңылыҡтың дауамы билдәле булды. Ял көнө Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында йән биргән 80 йәшлек пациент ҡатын тураһында яҙғайныҡ. Бөгөн иһә унда коронавирус та булған икән тигән яңылыҡ асыҡланды. Тик үлем сәбәбе инфекциянан түгел. Уның башҡа бик күп сирҙәре булған һәм мейеһенә ҡан һауып, инсульт һуҡҡан.
Әле иһә яңы факттар асыҡланды. Вафат булған ҡатын билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең әсәһе икән. Ҡайһы бер матбуғат сараларында әсәһенә инфекцияны улы үҙе йоҡторған тигән хәбәр таралды. Эйе, былай тип уйларға урын бар кеүек. Әнүәр Нурғәлиев концерттар менән йыш ҡына Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта сығыш яһаған кеше бит. Ил буйынса тап ошо ҡалаларҙа был сир иң нығы таралған да инде.
Тик әле яңы ғына "КП-Уфа" баҫмаһы уның менән бәйләнешкә ингән. Йырсы белдереүенсә, ул һәм уның ғаиләһе сирләмәй. "Минең әсәйем коронавирустан вафат булманы. Эйе, унда был инфекцияны таптылар. Тик үлеменең рәсми сәбәбе - баш мейеһе ишемияһы. Ул атеросклероз менән сирләне, бөтә ерендә лә тромбтар булды. Яҡыныбыҙҙың беҙҙе төрлө мәлдә ҡапыл ҡалдырып китәсәген белә инек", - тигән ул. Әнүәргә әсәһе менән әҙәмсә хушлашырға ла бирмәгәндәр.
"Мин әсәйем менән кешесә хушлаша ла алманым. Хәйер таратыу, ҡәберенә тупраҡ һалыу мөмкинлеге булманы. Кешеләр янына бармаҫҡа тырыштым, быны махсус шулай эшләнем", тигән ул. Асыҡланыуынса, әсәһенең кәүҙәһен махсус автомобилдә алып барғандар һәм махсус табутта ерләгәндәр.
Ә инде сирҙе улы йоҡторған тигән хәбәргә йырсы ҡаршы. Билдәле булыуынса, ҡатын дауаханала ике ай буйы ятҡан. Шуға инфекция әсәйемә табиптарҙан йәки башҡа пациенттарҙан да күсеүе ихтимал тигән фекерҙә йырсы.
"Гастролдәргә килгәндә, Мәскәүҙә концерт менән һуңғы тапҡыр 17 ғинуарҙа булдым. Ә сит илдә 2019 йылдың авгусынан бирле булғаным юҡ", - тигән ул.
Әле Әнүәр Нурғәлиевтең ғаиләһе үҙаллы изоляцияла һәм анализдар һөҙөмтәһен көтә. Беҙ уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/s-yemde-keshes-erl-y--almanim-206815/
Читайте нас