Әгәр хат ташыусы килгәндә хужа өйҙә булмаһа, пенсияны ҡайтанан алып килеүгә ғаризаны 22 апрелгә тиклем яҙырға мөмкин. Әле пенсияны, йәкшәмбенән тыш, көн һайын тараталар. Халыҡҡа бындай хеҙмәт күрһәткән берҙән-бер ойошма булараҡ, Рәсәй почтаһы ҡатмарлы эпидемиологик хәлдә өлкәндәр өйҙә ҡалһын өсөн шарттар тыуҙырырға тырыша.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, апрелдә пенсиялар, шулай уҡ башҡа түләүҙәр уларҙы әлегә тиклем почта бүлексәләренән алғандарға ла өйгә килтерелә.