Ул дүшәмбе көн видео бәйләнеш аша вице-премьерҙар менән кәңәшмә уҙғарҙы. Министрҙар кабинеты башлығы төбәктәрҙең коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә әҙерлек һорауҙарына айырым туҡталды.
«Ошо араларҙа президент губернаторҙар, Федерация субъекттары башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһе уҙғарырға планлаштыра. Ул дауаханаларҙа етерлек өҫтәмә урындар булдырылыуын, ҡоролмалар, дарыуҙар һәм, әлбиттә,ауырыған йәки был инфекцияға шиге булған кешеләргә ваҡытында ярҙам күрһәтерҙәй квалификациялы медицина персоналы етәме-юҡмы икәнен белешәсәк», - тип хәбәр итте Мишустин.
#ВладимирПутин