Уға фольклор фестивалдәрен һәм йола сәнғәттәрен ойоштороусы Халыҡ-ара совет президенты (CIOFF) Филипп Боссан, CIOFF-тың мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты, CIOFF Бөтә донъя фольклориаданы әҙерләү һәм үткәреү комитеты рәйесе Алехандро Камачо Гонсалес һәм CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты Тамара Пуртова ҡул ҡуйған.
“Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы беҙҙең CIOFF-тың иң мөһим сараһын әҙерләү буйынса бик ҙур эш башҡарҙы. Бер генә нәмә ҡалды – уны үткәрергә. Саҡ ҡына һуңғараҡ Фольклориаданы 2021 йылда үткәреүҙең яңы даталары билдәләнәсәк”, - тиелә хатта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡан саҡта уҡ Фольклориаданың икенсе йылға күсерелеүе тураһында белдергәйне.