Быйыл республикала юл һалыуға һәм ремонтлауға 15,5 млрд һум тотоноу күҙаллана. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, һис шикһеҙ, юлдар төҙөлөргә, тәртиптә тотолорға тейеш.
«Вирус вирус менән, ә төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе берәү ҙә туҡтатмай. Быйыл беҙҙең юл ремонтлау һәм һалыу буйынса пландар ҙур. Киләһе аҙнанан асфальт һалыуға сығыу бығаса булмаған хәл, республикала был эштәрҙе апрелдә бер ҡасан да башламағандар. Һауа шарттары буйынса киләһе ике көндә минуслы температура көтөлә, шуға күрә асфальт һалыуҙы дүшәмбенән, һауа шарттары матурайғас, башлайбыҙ», - тип яҙған Радий Хәбиров «Бәйләнештә» селтәрендә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә билдәләнгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.
#Миллипроекттар