РФ Президенты Владимир Путиндың дистанцион эш режимы иң кәмендә тағы ла бер аҙнаға оҙайтыла, тип белдерә дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков.
Март аҙағында Путин Коммунаркалағы дауаханала булды һәм баш табип менән аралашты, һуңыраҡ табипта коронавирус асыҡланды.
«Коммунаркалағы баш табиптың ауырыуы бәйле хәл, бөтә хәүефһеҙлек сараларын күреүгә ҡарамаҫтан, физик аралашыуҙы кәметеү иң яҡшы һәм һөҙөмтәле сара булып тороуын күрһәтте, президент ошолай итте лә», - тине ил башлығының матбуғат секретары.
#ВладимирПутин