Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә министрлыҡ һәм ведомстволар, муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе, ул республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау мәсьәләләренә арналды.
Радий Хәбиров республикалағы үҙаллы изоляция режимы артабан дауам итеүен белдерҙе, хәлгә ҡарап уның оҙайлығы билдәләнәсәк. Республика Башлығы указына ярашлы, район һәм ҡала тормошо тәьминәтендә ҡатнашмаған һәр кем режим бөткәнсе өйҙә ҡалырға тейеш.
Республика Башлығы указы 31 марттың 20.00 сәғәтенән үҙ көсөнә инде. Дөйөм үҙаллы изоляция режимын раҫлаған указға ярашлы, граждандар киҫкен ихтыяж булмаһа, йорттарынан сығырға тейеш түгел. Түбәндәге сәбәптәр булғанда ғына урамға сығырға мөмкин:
Ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә, ғүмергә һәм сәләмәтлеккә хәүеф янағанда; Эшкә барыу талап ителгәндә (айырым категорияларға ҡағыла); Йорт хайуандарын урамға сығарырға кәрәкһә (йорттан 100 метрҙан ары китергә ярамай); Магазинға йә дарыуханаға барғанда. – Был хәл беҙгә ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Мин яҡташтарыма хәлгә яуаплы ҡарағаны өсөн рәхмәтлемен һәм артабан да улар үҙ сәләмәтлегенә шундай уҡ ҡарашта ҡалыр, был хәл тиҙерәк тамамланыр, тип ышанам, - тине Радий Фәрит улы.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәнә. Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта баш ҡалала 6 706 кешегә пропуск бирелгән, шулай уҡ махсус пропуск буйынса 1793 автомобиль баш ҡала буйынса йөрөү хоҡуғын алған. Нигеҙҙә, һүҙ хакимиәттәр хеҙмәткәрҙәре, коммуналь техника, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге автомобилдәре, дружинасылар, ирекмәндәр, журналистар хаҡында бара.
Төбәк Башлығы килеп тыуған хәлдә тәүге сиратта коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә һәм иҡтисадтың түбән тәгәрәүенә юл ҡуймаҫҡа, тигән төп маҡсаттарҙы билдәләне. Вирус килер ҙә китер, ҡәҙимге тормош рәүешенә ҡайтырбыҙ, артабан лайыҡлы йәшәү өсөн беҙгә иҡтисадтың ҡеүәтен һаҡлау зарур, тип белдерҙе Радий Фәрит улы.