Республикала был ауырыуҙан өсөнсө кеше һауығып сыҡҡан. Президент апрель айында эшләмәйбеҙ тип белдерҙе. Хеҙмәт хаҡы һаҡлана тип вәғәҙәләйҙәр. Төбәк башлыҡтары, хәлдең нисек үҙгәреүенә ҡарап, карантин сараларын үҙҙәре көйләргә хоҡуҡлы, тип өҫтәне ул. Радий Хәбиров иртәнге брифингта республикала тулы изоляция режимы бер аҙнанан уҡ бөтөү ихтималлығын әйтте. Ләкин был вирустың нисек таралыуына бәйле. Донъяла 1 миллиондан ашыу кешенең коронавирус менән сирләүе теркәлде.
Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы яңы эш режимына күсте, имтихан тапшырыу һәм водитель таныҡлыҡтары алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алдан яҙылырға кәрәк.
Өфө эргәһендәге тәүге обсерватор Израилдән, Һиндостандан, Молдавиянан һәм Египеттан ҡайтҡан дүрт кешене ҡабул итте. Улар 14 көн ошо обсерваторҙа йәшәргә тейеш.
Сибайҙа дарыуханаларҙы һәм магазинға инеү урындарын дезинфекциялаусы томан менән эшкәртә башланылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙа коронавирус менән сирләгән бер ир баҙарҙа ит һатҡандан һуң уның менән аралашҡан 227 кеше изоляцияға ебәрелде. Башҡортостанда бер нисә юлда постар тора һәм башҡа төбәктәрҙән килгән машиналарын үткәрмәйҙәр.