газета "Салауат"
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 16:50
Үҙаллы изоляцияны боҙоусыға 15 мең һум штраф һалынды. Кем ғәйепле?
Мәғлүм булыуынса, 2 апрелдә иҫкәртеү рейды ваҡытында Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендәге Летчиктар урамында 33 йәшлек ир йәмәғәт урынында тотола. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының 31 мартындағы указы менән индерелгән өйҙә ултырыу тәртибен боҙған. Уға ҡарата полиция хеҙмәткәрҙәре халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген боҙоуҙы тәьмин итеү өлкәһендә ҡануниәтте боҙоу тураһында протокол төҙөй. Полиция материалдары ҡарау өсөн судҡа тапшырылған. Ултырыш барышында граждан үҙенең тәртип боҙоуҙағы ғәйебен таныған. Суд уға 15 мең һум күләмендә штраф һалыу тураһында ҡарар сығара.
“Башинформ” медиахолдингы етәкселеге өйҙә ултырыу режимын боҙған егеткә һалынған 15 мең һум күләмендәге штрафты үҙҙәре түләйәсәге тураһында белдерҙе. Компания егеттең тышҡа сыҡмау тураһында режимды боҙған өсөн ҙур күләмдә штраф һалынғанын белмәүен хәбәр итә, шуға ла дәүләт киң мәғлүмәт сараларының структура бүлексәләре республика халҡына мәғлүмәт биреү эшен тағы ла әүҙемләштерәсәк.
– “Башинформ” холдингына ингән дәүләт киң мәғлүмәт саралары өйҙә ултырыу режимын боҙған өсөн етди штрафтар ҡаралыуы тураһында халыҡҡа һөҙөмтәле кимәлдә еткермәгән, тип иҫәпләйбеҙ. Һөҙөмтәлә, беҙҙә йәшәүсегә 15 мең һум күләмендә штраф һалынды. Беҙ медиакомпания етәкселеге менән бергә аҡса йыйып, уның штрафын түләргә ҡарар иттек. Бөгөнгө көндән “Башинформ”дың бөтә бүлексәләре лә өйҙә ултырыу режимын боҙоу өсөн ҙур штрафтар ҡаралыуы тураһында граждандарға мәғлүмәт еткереүҙе әүҙемләштерәсәген вәғәҙә итәм, – тип белдерҙе “Башинформ” холдингының директоры советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.
Мәғлүм булыуынса, 2 апрелдә иҫкәртеү рейды ваҡытында Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендәге Летчиктар урамында 33 йәшлек ир йәмәғәт урынында тотола. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының 31 мартындағы указы менән индерелгән өйҙә ултырыу тәртибен боҙған. Уға ҡарата полиция хеҙмәткәрҙәре халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген боҙоуҙы тәьмин итеү өлкәһендә ҡануниәтте боҙоу тураһында протокол төҙөй. Полиция материалдары ҡарау өсөн судҡа тапшырылған. Ултырыш барышында граждан үҙенең тәртип боҙоуҙағы ғәйебен таныған. Суд уға 15 мең һум күләмендә штраф һалыу тураһында ҡарар сығара.
Олег Яровиков фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
("Башҡортостан" гәзите сайтынан)
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде