Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 10:30

30 апрелгә тиклем өйҙә ултырабыҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус инфекцияһына бәйле иғлан ителгән эшләмәү осорон һәм үҙаллы изоляция режимын 30 апрелгә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Эш хаҡы шулай уҡ һаҡланасаҡ. Был хаҡта ул кисә ил халҡына мөрәжәғәтендә белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус инфекцияһына бәйле иғлан ителгән эшләмәү осорон һәм үҙаллы изоляция режимын 30 апрелгә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Эш хаҡы шулай уҡ һаҡланасаҡ. Был хаҡта ул кисә ил халҡына мөрәжәғәтендә белдерҙе.
Ил башлығы Владимир Путин белдереүенсә, әле донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә эпидемияның юғары хәүефе үтмәгән.
«Эшләмәгән аҙна һәм үҙаллы изоляция режимы күп төбәктәрҙә алдан саралар күреү өсөн ваҡытты әҙерәк “еңергә” мөмкинлек бирҙе. Тик был ара эсендә генә пандемияны еңеп булмай. Мәскәүҙә әлегә коронавирустың таралыуын туҡтата алманыҡ», - тине ул.
Мөрәжәғәтендә Владимир Путин табиптарға һәм барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, ауыл-ҡалалар тормошон тәьмин итеүселәргә рәхмәт әйтте.
Ил буйынса өйҙә ултырыу ваҡыты оҙайтылһа ла, Президент был йәһәттән төбәктәр башлыҡтарының вәкәләттәрен киңәйтте һәм үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт бирҙе.
«Беҙҙең ил ҙур. Әле коронавирус инфекцияһы менән зарарланмаған төбәктәр бар, ә ҡайҙалыр ул ныҡлы таралып өлгөрҙө. Шуға күрә төбәктәр хәлде үҙҙәрендәге торошҡа ҡарап көйләй ала. Был туралағы ҡарарҙарын аҙна аҙағына тиклем әҙерләргә тейештәр. Барыһы ла тейешле хеҙмәттәр менән килешеп эшләнәсәк», - тине дәүләт башлығы.
Хәлдең нисек дауам итеүенә ҡарап, өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул ителеүе ихтимал, тине Владимир Владимирович. Әгәр ваҡиғалар мөмкинлек бирһә, өйҙә ултырыу көндәрен ҡыҫҡартыуҙары ла бар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: