Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районындағы Межозерный ҡасабаһында коронавирус инфекцияһын йоҡторған ике кеше асыҡланған. Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов белдереүенсә, дүрт кешенән торған ғаилә 27 марттан үҙаллы изоляцияла, уларҙан анализдар алынған, аралашҡан кешеләре асыҡланған.
Етәксе Учалы ҡалаһы һәм районы халҡын хәүеф тураһында иҫкәртә, сөнки ни бары ярты сәғәтлек юлда урынлашҡан был ҡасабаға Учалы төбәгенән бихисап ир-ат эшкә йөрөй.
- Барығыҙҙан да тулы үҙаллы изоляция режимын һаҡлауығыҙҙы, гигиена сараларын ҡулланыуҙы үтенәм. Хәл Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Учалы үҙәк дауаханаһы, район хакимиәте күҙәтеүе аҫтында, - тип белдерә Руслан Ғиләжетдинов.
Фото: riamo.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Uchali-a-h-ef-yanay-198241/