Был айҙа Рәсәй почтаһы республика халҡына бөтә пенсияларҙы ла өйгә килтерәсәк.Коронавирус осоронда почта хеҙмәткәрҙәре республика халҡының өйҙәрендә ҡалыуын теләй. Шуға күрә ошолай эшләргә ҡарар иткән дә инде. Әлеге ваҡытта пенсия алыусы клиенттарҙың 6,5 проценты әлегә тиклем пособиеларҙы элемтә бүлексәһенән килеп ала. Ә апрелдә быны эшләргә кәрәкмәйәсәк - почтальондар пенсияны өйгә килтерәсәк. Шулай уҡ 88001000000 телефонына бушлай шылтыратып, почта элемтәһе бүлексәһе ассортиментынан кәрәкле тауарҙарға заявка ҡалдыра алаһығыҙ. Почта-касса терминалы менән йыһазландырылған почтальондарҙа коммуналь хеҙмәттәрҙе лә түләргә мөмкин буласаҡ. Коммуналь хеҙмәттәр, бәйләнеш өсөн түләр булһағыҙ, гәзиткә яҙылырға теләһәгеҙ, был турала үрҙә күрһәтелгән телефонға шылтыратып, алдан иҫкәртеү мөһим. Рәсәй почтаһы элемтә бүлексәһенә килеүҙән тыйылып торорға кәңәш итә. Сәләмәт булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!