Йәш парҙарҙың никахтарын хәҙер башҡасараҡ теркәйәсәктәр.
Йома һәм шәмбе республиканың ЗАГС-тары никахтарҙы теркәйәсәк, әммә башҡасараҡ. Тантанаға кейәү менән кәләште генә индерәсәктәр, залға ата-әсәләрҙе, фотографтарҙы, операторҙарҙы керетеү тыйыла. Был турала барыһына ла хәбәр ителгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре никах көнөн икенсе ваҡытҡа тәғәйенләгән (1 июндән һуң мөмкин буласаҡ). Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында датаны күсерә алмағандар никахтарын бөтә талаптарҙы үтәп теркәйәсәк.
Иртәгә, 3 апрелдә, республиканың ЗАГС-тарында 68 пар никахҡа инәсәк. Уларҙың 38-е - Өфө ҡалаһында. 4 пар иҫтәлекле көндәрен һуңғараҡҡа ҡалдырып торорға ҡарар иткән. Республика ҡалалары араһында иң күп никах Салауат ҡалаһында теркәләсәк - 7 пар, Ишембай һәм Октябрьский ҡалаларында - 3-әр пар.
Шәмбе, 4 апрелдә, республикала 69 пар сәстәрен-сәскә бәйләйәсәк. Уларҙың 42-һе - Өфө ҡалаһы буйынса. 11 пар һуңғараҡ өйләнешергә ҡарар иткән. Республика ҡалалары араһында иң күп никах Учалы ҡалаһында теркәләсәк -4 пар.
Йәштәргә бәхетле киләсәк, саф мөхәббәт теләйбеҙ! Бәхетегеҙ ғүмерле, ғүмерегеҙ бәхетле булһын!!!
Шулай уҡ айырылышыу процестары ла туҡтатылып тора. Иң яҡшыһы, улар бөтөнләй булмаһын ине лә бит.
Был киҫкен сараларҙың барыһы ла республикала коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн эшләнелә. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!