Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Бөгөн төшкө сәғәт 1-гә республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 10 кеше теркәлгән, 106 кеше ошо вирусты йоҡтороу шиге менән дауаханала ята, шул иҫәптән 14 бала.
31 мартта тәүге кеше һауығып дауахананан сыҡҡайны, бөгөн уға тағы берәү өҫтәлде: шулай итеп, дауаханала һигеҙ кеше ҡала. Уларҙың барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, ошо ваҡытҡа короновирус инфекцияһына республикала 5816 тикшереү үткәрелгән. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә кешеләргә тест-система үткәрелә, бөгөн 35 меңдән ашыу кешегә короновирус инфекцияһына тикшерелеү үткәрелгән.
Донъяла короновирус йоҡтороусылар һаны 174 илдә 943 330 меңдән ашҡан. Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороусылар һаны – 3548.
Әлегә республикала дәүләт лабораториялары тикшереү үткәрә, уларға махсус әҙерлек үткән өс шәхси лаборатория ҡушылырға әҙер. Әммә әлегә хәл тотороҡло, өҫтәмә ҡеүәткә ихтыяж юҡ, шул иҫәптән үҙ теләгең менән түләүле анализдар биреүгә лә.
Сит илдән ҡайтып та, үҙаллы изоляция режимын үтәмәгән кешеләр проблемаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да көнүҙәк булып ҡала. Әлеге көнгә тиклем 4836 сит илдән һәм башҡа төбәктән ҡайтҡан кеше тикшерелгән. Ике йөҙҙән ашыу кешенең режимды боҙоуы асыҡланған, 27 кешегә протокол төҙөлгән.
Әгәр ҙә башҡаларҙың һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған кешеләр барлығын белһәгеҙ, "Роспотребнадзор" идаралығына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин: 8 800 555 49 43.
Фото: vedomosti.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ikense-keshe-aui-an-198780/