газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 22:50

Артҡандан-арта

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус менән ауырыған тағы ла бер кеше асыҡланған. Уларҙың дөйөм һаны хәҙер 8-гә етте.

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус менән ауырыған тағы ла бер кеше асыҡланған. Уларҙың дөйөм һаны хәҙер 8-гә етте. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова хәбәр итә. Был яңылыҡтар республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта билдәле булды.

Коронавирус менән сирләй тигән шик аҫтында дауаханаларҙа 107 кеше ҡала, шул иҫәптән 14 бала. Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, Башҡортостанда 5635 кеше тикшерелгән. Рәсәйҙә әлеге ваҡытта коронавирус менән 2337 кеше сирләй, 121 кеше һауыҡҡан. Донъяла коронавирус йоҡторған кешеләрҙең һаны 174 илдә 857 422 кешегә еткән.

Әлеге ваҡытта республика халҡы тулыһынса үҙаллы изоляция режимына күсте.

Читайте нас: