Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән туғыҙ йәшлек малай ошондай һүҙҙәр менән үҙҙәренән айырым йәшәгән 24 йәшлек ағаһына шылтырата.
52 йәшлек ир эсеп ҡайта ла балаһы алдында ҡанһыҙ рәүештә ҡатынын туҡмай башлай. Әсәһен йәлләп ни эшләргә белмәгән малай ҡатындың беренсе иренән булған улына, үҙенең ағаһына шылтырата.
Егет кеше шунда уҡ әсәһенә ярҙамға ашыға. Килеп, ғәзиз кешеһен ҡыйырһытҡан ирҙе туҡмап ташлай.
Күрәһең, нығыраҡ эләгә. Ул үгәй атаһының ҡабырғаларын һындыра. Һөҙөмтәлә йәш егеткә ҡарата “күрәләтә һаулығына ауыр зыян килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әле егеткә ҡаланан сығып китергә ярамай, эште тикшереү дауам итә.
Фото: abakan.bezformata.com