Үткән төндә Бәләбәйҙәге юл һәләкәтендә һәләк булған водителдең кем икәнлеге билдәле булды. Красноармейский урамында бер-береһенә ҡаршы хәрәкәт иткән "Датсун" һәм "ВАЗ-2112" автомобилдәренең бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике машинаның да водителе, ауыр тән йәрәхәттәре алып, урындағы дауаханаға эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ватан автомобилендә ултырғанының, Марселдең, яралары шул тиклем ныҡ була, ул реанимацияла вафат була. Ике көн элек кенә уға 30 йәш тулған булған. "КП" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, уның ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙы ҡалған. Фажиғәле һәләк булған егет тураһында бөтә таныштары ла тик ыңғай хәбәр һөйләй, изге күңелле, алсаҡ кеше ине, тиҙәр.
- Марсель шәп ғаилә башлығы, яҡшы атай ине. Йәне йәннәттә булһын. Туғандарына сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләйбеҙ, тип ҡайғы уртаҡлаша яҡындары.
Аңһыҙ үлем менән киткән йәш кешеләр бигерәк йәл, унан да бигерәк етем ҡалған балалар... Марселдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Кем арҡаһында шундай үлемесле авария килеп тыуғаны тураһында белгестәр тикшергәндән һуң билдәле буласаҡ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Аклима Гизатуллина ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/iuanip-y-sh-rg-l-y-sh-rg-ine-u-a-192997/