Бөгөн, 31 мартта, киске сәғәт 8-ҙә, Башҡортостанда ла тулыһынса үҙ аллы изоляция режимы индерелә. Был сара коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләү өсөн эшләнә.
Хәүеф сигенә яҡынлашабыҙ. Сирлеләр һаны экспоненциаль рәүештә артыуы ихтимал. Шуға күрә үҙ аллы изоляция режимы индерәбеҙ. Был беҙгә ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Үҙ сәләмәтәлегенә яуаплы ҡараған яҡташтарыма рәхмәтлемен һәм мәшхәр тиҙерәк тамамланһын өсөн артабан да аҡыл менән эш итеүегеҙгә ышаныс белдерәм, - тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров.