газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 12:25

Сирле килеш ит һатҡан

Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы эшҡыуары Дубайҙан ҡайтып, үҙаллы изоляция режимын һаҡламаған. Етмәһә, Сибай ҡалаһында баҙарҙа йылҡы ите менән һатыу иткән. Хәҙер килеп, уның коронавирусҡа тапшырған анализы ыңғай булыуы асыҡланды.

Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы эшҡыуары Дубайҙан ҡайтып, үҙаллы изоляция режимын һаҡламаған. Етмәһә, Сибай ҡалаһында баҙарҙа йылҡы ите менән һатыу иткән. Хәҙер килеп, уның коронавирусҡа тапшырған анализы ыңғай булыуы асыҡланды.

Ошоға бәйле тиҙ арала Сибай үҙәк ял баҙарының эше туҡтатылды, бина тулыһынса дезинфекцияланды. Шулай уҡ ит павильоны булған “Аструм” сауҙа үҙәгендә лә бар талаптарға яуап бирерлек хәүефһеҙлек саралары күрелде. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла мотлаҡ рәүештә сиргә анализ тапшырҙы.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта хәбәр итеүҙәренсә, 22 мартта баҙарға барыусыларҙан ике көн эсендә “Ҡыҙыл линия”ға 227 шылтыратыу ҡабул ителгән.

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов белдереүенсә, был көндә баҙарҙа булыусыларҙың барыһы ла әлеге ваҡытта үҙаллы изоляцияла, 197 кешегә шәхси карточка асылған, уларға көн һайын медицина хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, хәлдәрен белешеп тора. Шулай уҡ һәр береһенең йорттарына шәхсән барып, коронавирусҡа биоматериал алына.

Ҡалала хәл тотороҡло ҡала, сибайҙар хәлдең үтә сетерекле булыуын аңлап ҡабул иткән, карантин режимын күҙәтергә тырыша. Ҡала урамдары дезинфикцияланды, тауыш көсәйткестәр ярҙамында аңлатыу саралары еткерелде.

Читайте нас: