Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 11:30

Рәсәй һәм АҠШ башлыҡтары телефон аша һөйләште

Дүшәмбе көн РФ һәм АҠШ президенттары Владимир Путин менән Дональд Трамп телефондан аралашты. Улар донъяла коронавирустың таралыу масштабтарына бәйле етди борсолоуҙарын белдерҙе һәм нефть баҙарының торошо буйынса бергә кәңәшләшеү хаҡында килеште.

Был телефондан һөйләшеү Америка инициативаһы менән булдырылды. Ике дәүләттең дә башлыҡтары коронавирустың таралыуына борсолоуын белдереп, был хәүефкә ҡаршы тороу буйынса күрелгән саралар, ике илдең ошо йүнәлештә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләште. Шулай уҡ Путин менән Трамп донъя нефть баҙарының хәле хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм энергетика министрҙары кимәлендә ике яҡлы кәңәшләшеүҙәр хаҡында килеште.
#ВладимирПутин
Читайте нас: