Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 14:56

Почта әлегә ябыҡ

Коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефенә бәйле республиканың почта бүлексәләрендә 30 март - 3 апрель арауығында юғары әҙерлек режимындағы эш тәртибе урынлаштырыла.

Коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефенә бәйле республиканың почта бүлексәләрендә 30 март - 3 апрель арауығында юғары әҙерлек режимындағы эш тәртибе урынлаштырыла.

Иртәгәгә тиклем Башҡортостандың барлыҡ почта бүлексәләре халыҡ өсөн ябыҡ буласаҡ, әммә почтаны, пенсияларҙы, пособиеларҙы сортировкалау, ташыу, таратыу ҡәҙимге режимда башҡарыласаҡ.

2 һәм 3 апрель көндәре почта бүлексәләре графикка ярашлы эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта Рәсәй почтаһы Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә почта аша ебәрелә торған әйберҙәрҙе һаҡлау ваҡытын 30 көндән 60 көнгә тиклем оҙайтыу мәсьәләһен ҡарай Был халыҡтың карантин ваҡытында борсолмай өйҙә ултырып, инфекция хәүефе бөткәс, почта бүлексәләренә килеп тейешле әйберен ала алһын өсөн эшләнелә.

Рәсәй почтаһы өҙлөкһөҙ эшләүсе ойошмалар иҫәбенә инә. Шуға күрә был компания үҙ эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтата алмай. Килеп тыуған хәлдәргә бәйле, Рәсәй почтаһы үҙ клиенттарына компанияның һанлы сервистарынан файҙаланырға кәңәш итә. Шулай уҡ кәрәкле хеҙмәттәрҙе өйгә килеп тә күрһәтергә мөмкиндәр: пенсия, социаль пособиелар, посылкалар, хаттар килтереү, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр.

Читайте нас: