Республика бөгөндән тулы изоляция режимына күсә.
- Дөйөм изоляция режимын раҫлаған указға ярашлы, граждандар киҫкен ихтыяж булмаһа, йорттарынан сығырға тейеш түгел. Түбәндәге сәбәптәр булғанда ғына урамға сығырға мөмкин:
Ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә, ғүмергә һәм сәләмәтлеккә хәүеф янағанда; Эшкә барыу талап ителгәндә; Йорт хайуандарын урамға сығарырға кәрәкһә (йорттан 100 метрҙан ары китергә ярамай); Магазинға йә дарыуханаға барғанда, - тип хәбәр итәләр Салауат ҡалаһының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығынан. Салауаттар, зинһар, өйҙә генә ултырып тороғоҙ. Юғиһә, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә лә урам ҡыҙырыусылар бихисап ҡалала. Үҙ аллы изоляция режимы, тәү сиратта, халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнелә. Тағы шуныһы, тегенән-бынан алынған хәбәрҙәргә ышанып, паникаға бирелмәгеҙ. Бары тик рәсми сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә генә ышанығыҙ. Был мәғлүмәттәр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында көн һайын үткәрелгән онлайн-брифингта әйтелә.Кисәнән алып брифинг Юлдаш каналында ла трансляциялана. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ауырымағыҙ!!!