Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 17:00

Ришат Төхвәтуллин Әлиәгә көтөлмәгән һорау бирҙе...

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллиндың, коронавирус хәүефенә бәйле, тамашасыларға онлайн-концерт биреүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бындай сарала ул ниндәй һөнәр үҙләштергәне, өйләнеүе, күҙ тейеү, ауылда йәшәргә яратыуы һ.б. тураһында һөйләне.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллиндың, коронавирус хәүефенә бәйле, тамашасыларға онлайн-концерт биреүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бындай сарала ул ниндәй һөнәр үҙләштергәне, өйләнеүе, күҙ тейеү, ауылда йәшәргә яратыуы һ.б. тураһында һөйләне.
"Коронавирус — ҡурҡыныс ауырыу. Беҙ өйҙә тормаһаҡ, ышанмайынса, урамда йөрөй башлаһаҡ, сирҙең таралыу ҡурҡынысы ҙур. Шуға күрә мине тыңлаусыларға мөрәжәғәт итәм: өйҙә ултырығыҙ, сыҡмайынса тороғоҙ", - тине ул.

"Бала саҡта ике маҡсатым бар ине: спорт һәм музыка. Аҙаҡ һуңғыһын һайланым. Әсәйем мәҙәниәт йортонда эшләне, мин дә шул өлкәлә ҡайнап йөрөнөм. Һөҙөмтәлә музыка юлынан киттем. Спортты һайлаһам, моғайын, волейболсы булыр инем. Хәҙер ҙә даими шөғөлләнәм. Спорт эмоциональ яҡтан да, физик йәһәттән дә сыныҡтыра ул, бөтә яҡтан илһам бирә. Сиселмәгән мәсьәләләргә дөрөҫ һығымта яһап ҡуяһың. Волейболды, өҫтәл теннисын үҙ итәм, йүгерергә яратам. Гастролдәрҙә ваҡытта хыялым — рәхәтләнеп спортзалға йөрөү. Был ауырыу бөтһөн дә, Аллаһ бойорһа, үҙ режимыбыҙға кире ҡайтырбыҙ", - ти артист.

Йырсы онлайн сарала күп төрлө һөнәр белеүен дә әйтеп үтте.

"Продюсерлыҡ, аранжировка яһау, тауыш режиссураһы, вокал дәрестәре... Сәнғәттән тыш та һөнәрҙәрем бар, тәжрибәм ҙур. Ниндәй генә эшкә тотонһам да, барыһын да еренә еткереп башҡарырға тырышам.

Холҡом буйынса ҡыҙып китеүсән кешемен. Юҡ-барға кешегә бәйләнмәйем, әммә төркөмөмдә эшләү ауыр. Миндәгеләр - ышаныслы, әҙәпле, үҙ эшен белгән професионалдар. Ижад кешеһе менән, ғөмүмән, эшләүе ҡыйын. Ижад бер төрлө генә була алмай. Рәсәйҙе арҡыры-буйға, бөтөн ҙур ҡалаларҙы йөрөп сыҡтыҡ. Иң йыраҡ барған еребеҙ — Ҡырғыҙстан. Екатеринбург, Һамар, Тольяттиҙа башҡорт-татар тамашасылары күп. Ябай ғына Ҡарамалы-Ғөбәй егетен ҙурлап күтәргән тамашасыға рәхмәт! Бөтә ил буйынса үҙ тамашасымды таптым.

Үҙемде классик йә иһә эстрада йырсыһы тип һанамайым, ә халыҡ (фолк) йырсыһы тип иҫәпләйем. Күберәк романстар башҡарам Сәнғәт академияһында уҡығанда күп интектерҙеләр. Мине опера кластарына бирмәгәндәренә рәхмәтлемен, сөнки тауышым икенсе төрлө, остаздарым уны белде.

Зәйнәп Фәрхетдинова, Гүзәл Уразова менән дуэт йырлар инем. Һуңғы арала ҡыҙҙарҙан тәҡдимдәр бар, әммә дуэт башҡарырға бик ашыҡмайым әле.
Мөмкинлегем булһа, ауылда йәшәр инем. Тыныслыҡ яратам. Туҡталҡа булмауы, бөкөлә ултырыу оҡшап бөтмәй миңә. Матурлыҡ, иркенлек кәрәк. Шуға күрә миңә ауыл яҡын. Ауыл кешеһемен бит. Үҙеңдең баҡсаң булыу, ихатаға сығып инеү ни тора! Күңелем менән мин һәр ваҡытта ауылда", - тине йырсы.

Күп кенә һорауҙарға яуап биреп, һуңынан: «Үҙем дә журналист булайым әле», — тине Ришат Төхвәтуллин һәм, микрофонды алып, Әлиә Ҡарасуринаға: «Ҡасан кейәүгә сығаһың?» — тип һорау бирҙе. Әлиә иһә: «Алла бойорһа», — тип кенә әйтте һәм серле йылмайҙы.

«Өйләнәм. Ваҡытында өйләнеп, балаларҙың рәхәтен күрергә яҙһын», — тине Ришат Төхвәтуллин.

Фото: Ok.ru
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзите сайтынан)
Читайте нас: