газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Новости
30 Марта 2020, 06:50

Ил башлығы коронавирусҡа бәйле ниндәй эштәр йөкмәтә?

РФ Президенты Владимир Путин коронавирустың таралауына бәйле рәсәйҙәргә мөрәжәғәте һөҙөмтәләре буйынса башҡаралырға тейеш эштәрҙе раҫланы. Документ Кремль сайтында баҫылған.

РФ Президенты Владимир Путин коронавирустың таралауына бәйле рәсәйҙәргә мөрәжәғәте һөҙөмтәләре буйынса башҡаралырға тейеш эштәрҙе раҫланы. Документ Кремль сайтында баҫылған.
Улар иҫәбендә коронавирустан зыян күреүсе иҡтисад тармаҡтары исемлеген билдәләргә һәм даими рәүештә иҡтисади хәлгә мониторинг алып барырға.
Президент 20 апрелгә тиклем коронавирустан зыян күргән кесе һәм урта бизнесҡа ярты йылға кредит каникулдарына хоҡуҡ тураһында законды ҡабул итергә, 30 мартҡа тиклем уларҙы һалым һәм социаль фондтарға түләүҙәренән азат итеүҙе тәьмин итергә ҡушты. Шулай уҡ 30 мартҡа тиклем кесе һәм урта бизнес хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтарынан социаль фондтарға страховка взностарын 15 процентҡа тиклем кәметеү талап ителә.
Дәүләт башлығы Хөкүмәткә РФ-тың Үҙәк банҡы менән берлектә 15 апрелгә тиклем иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларын кредитлауҙың тотороҡло динамикаһын тәьмин итеү буйынса эш планын әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ хөкүмәт алдында субъекттарҙың башҡарма властары менән берлектә 1 июнгә тиклем 3 йәштән алып 7 йәшкә тиклем айлыҡ түләүҙәрҙе башҡарыуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.
#ВладимирПутин
Читайте нас