газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 16:50

Хаҡтар нимәгә артҡан?

Башҡортостанда шәкәр ҡомо, һуған, ҡарабойҙай, имбирь һәм лимонға хаҡ артҡан. Ә бына ҡыяр менән помидорҙың хаҡы төшкән. Башҡа әйберҙәр буйынса әлегә үҙгәрештәр юҡ. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдерҙе.

Башҡортостанда шәкәр ҡомо, һуған, ҡарабойҙай, имбирь һәм лимонға хаҡ артҡан. Ә бына ҡыяр менән помидорҙың хаҡы төшкән. Башҡа әйберҙәр буйынса әлегә үҙгәрештәр юҡ. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдерҙе.
- Аҙыҡ-түлек запасы етерлек, келәттәрҙә, әлеге кеүек күләмдә файҙаланған осраҡта, 50 көнгә етерлек запас бар, - тине ул.
Һатыусылар һуңғы көндәрҙә һатып алыусылар кәмеүен билдәләгән. Халыҡ башлыса арзан һәм көн дә кәрәк тауарҙарға өҫтөнлөк бирә: ҡарабойҙай, дөгө, макарон, йомортҡа, эсәр һыу.
Ҡайһы бер магазиндар хаҡты арттырған. Улар менән айырым эш алып барыла. Алексей Гусев белдереүенсә, аҙыҡ-түлек, дарыухана, зоотауарҙар магазиндары эшләүен дауам итә. Уларҙа иҙәнде йышыраҡ йыуа һәм бөтә ерҙе антисептиктар менән эшкәртә башлағандар.
Дәүләт комитеты "Роспотребнадзор" идаралығы һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә санитар талаптарҙы үтәүҙе контролдә тотоу маҡсатында тикшереүҙәр үткәрәсәк.
28 марттан алып сауҙа үҙәктәре ябылды. 29 мартҡа ҡарата Башҡортостандағы 590 сауҙа объектының 143-ө ябылған, ҡалғандары эшләүен дауам итә. Режимды боҙоуға бәйле 13 объектҡа ҡарата протокол төҙөлгән.
- Бизнесты бөтөрөргә ярамай. Протоколдар яҙығыҙ, иҫкәрмәләр яһағыҙ, аңлатығыҙ, тик штрафтар булмаһын. Сауҙа үҙәге эшләгән саҡта 20-30 кеше эш хаҡы ала. Магазин хужаларына хаҡтар арттырыу менән мауығырға ярамай, кешеләрҙең аҡсаһы көндән-көн кәмей, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан буйынса УФАС башлығы Андрей Хомяков белдереүенсә, ведомствоға хаҡтар артыу буйынса 24 мөрәжәғәт килгән. Уларҙың күпселеге имбиргә бәйле. Тик был тауар социаль мөһимдәр исемлегенә инмәгәс, уның буйынса саралар ҡабул ителмәгән.
Фото: luga1news.ru
Автор: Альфия Мингалиева
("Башҡортостан" гәзите сайтынан)
Читайте нас: