Күмертау ҡалаһы үҙәк дауаханаһының балалар бүлексәһенә балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн ике "Armed" электрик һурҙырыу аппараты ҡайтарылған. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарылған. Ҡорамалдарҙың хаҡы - 42 мең һумдан ашыу. Хирургик һурҙырыу аппараты бындай дауаханаларҙа һулар һауалай кәрәк, ти табиптар. Ул организмда йыйылған шыйыҡлыҡты ғына түгел, ә газ һәм туҡыманы сығарыу өсөн дә ҡулайлы. Мәҫәлән, уны наркоз ваҡытында тын алыу юлдарынан физиологик һуттарҙы сығарыу өсөн дә файҙаланалар. Шулай уҡ электрик хирургия аппаратын тын алыу юлдарын таҙартыу, йәрәхәттәрҙе эшкәртеү өсөн дә ҡулланалар.