Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 11:15

"Йыл экспортеры" кем булыр?

Башҡортостанда “Йыл экспортеры” конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Был конкурс йыл һайын үткәрелә.

Башҡортостанда “Йыл экспортеры” конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Был конкурс йыл һайын үткәрелә.
Конкурс үҙҙәре етештергән әҙер продукцияны һәм хеҙмәттәрен экспортлаған республика компаниялары һәм шәхси эшҡыуарҙары, Башҡортостан резиденттары араһында үткәрелә. Сара йомғаҡтары буйынса 11 номинацияла 11 еңеүсе билдәләнә. Һөҙөмтәләр быйыл 17 июндә Өфөлә үтәсәк III “Экспортларға ваҡыт” форумында иғлан ителә.
Был сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын, “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү”, “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәттәр экспортын үҫтереү” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу программаһының бер өлөшөн тәшкил итә.
Читайте нас