Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 11:50

Ял аҙнаһында хеҙмәт хаҡы нисек түләнә?

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы көн граждандарға мөрәжәғәт иткәндә, илдә киләһә аҙна ял көндәре тип иғлан ителеүен һәм эш хаҡы тулыһынса һаҡланыуын белдерҙе. Президент был оҙайлы ялдың Рәсәйҙә коронавирустың таралыуын кәметеүгә булышлыҡ итәсәге менән аңлатты. Ә Хеҙмәт министрлығында был ял көндәре уңайынан хеҙмәткәрҙәргә һәм эш биреүселәргә кәңәштәрен тәҡдим итте.

Ведомствоның аңлатмаларында 2020 йылдың март һәм апрель айҙарында эшләмәй торған көндәр булыуы эш хаҡын кәметеүгә нигеҙ булып тормай, киләһе ял аҙнаһында хеҙмәт хаҡтары һаҡланырға тейеш. Әгәр хеҙмәткәр отпускала икән 30 марттан 3 апрелгә тиклемге осор отпуск көндәренә индерелмәй, шуның өсөн отпуск көндәре лә оҙайтылмай.
Ведомствола шулай уҡ ял аҙнаһы ниндәй ойшма категорияларына ҡағылмауын да аңлаталар. Уларға тормош тәьминәте структуралары, дарыуханалар, магазиндар, банктар, транспорт инә. Ял аҙнаһында социаль, пенсия фондтары, мотлаҡ медицина страховка хеҙмәткәрҙәре эшләргә тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас: