Ҡала халҡы республикала иғлан ителгән Таҙалыҡ көндәренә әүҙем ҡушылды. Беренсе май, Өфө урамдарында, Нефтселәр проспектында һәм башҡа ҡала урамдарында эш ҡайнай. Кешеләр ҙә, техника ла күпләп йәлеп ителгән. Ҡаланы таҙартырға бик күп ойошмалар - Пенсия фонды идаралығы, Салауат индустриаль колледжы, ВНЗМ, медицина колледжы, 8-се лицей, ҡала хакимиәте һәм башҡалар сыҡҡайны. салауат ҡалаһының мәғлүмәт үҙәге лә ситтә ҡалманы. Ҡулдарға көрәк тотоп, ҡар өйөмдәрен тараттыҡ. Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.