- "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә беҙ бөтә йүнәлештәрҙәге өҫтәмә дөйөм үҫеш программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн төрлө типтағы мәғариф ойошмаларында яңы урындар булдырыуға ҡала-райондарға субсидиялар биреү һәм бүлеү тәртибен әҙерләнек. Быйыл шул маҡсатта - 30 миллион һум тирәһе, киләһе йылда тағы 75,9 миллион һум бүленәсәк, - тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Мәктәп уҡыусыларының һәм уларҙың ата-әсәләренең өҫтәмә белем бирүҙең техник төрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы ла иҫәпкә алынды. Шуға күрә ғәмәли инженер-техник белгеслектәргә аҡсаларҙың яртыһын тиерлек йүнәлтеү планлаштырыла.
#Миллипроекттар