Һуңғы ваҡытта ул Аргентинала йәшәгән. Егеттең пландарын коронавирус пандемияһы селпәрәмә килтергән. Ул сәйәхәт итеү, хыялын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә автомобилдәрен һатып, аҡса туплаған була.
Коронавирус таралыуы арҡаһында хәл ауырайған, магазиндар ябылған, Көньяҡ Америка һәм Европа илдәре араһындағы авиация бәйләнеше кәмегән. Сәйәхәтсе вәкиллеккә барғас, уға иң уңайлы вариант тәҡдим итәләр - Буэнос-Айрестан Мәскәүгә билет алырға кәрәк, әлегә самолеттар Рәсәйгә оса, тиҙәр.
”Билеттарға хаҡ ныҡ күтәрелде, миңә Мәскәүгә барып етер өсөн 1300 доллар кәрәк. Ярҙам итегеҙ, барығыҙға ла рәхмәт!” - тип мөрәжәғәт итә дуҫтарына. Социаль селтәрҙәге дуҫтары, ата-әсәһе генә түгел, таныш булмаған кешеләр ҙә Александрға аҡса ебәрә, бер тәүлек эсендә билетҡа тейешле сумма йыйыла. Егет яҙмышына битараф булмаған һәр кемгә рәхмәт белдергән, һаулыҡ теләгән.