Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Facebook” социаль селтәрендәге диуарында төбәктә дүрт кешенең коронавирус менән ауырыуы тураһында хәбәр итте.
"Уларҙың хәле тотороҡло, айырым урынға урынлаштырылғандар. Һуңғы ваҡытта аралашҡан кешеләре лә асыҡланды. Коронавирус пандемияһына бәйле күрелгән бөтә һөҙөмтәле саралар хәлде контролләү мөмкинлеген бирә. Бөтәһенең дә тыныс булыуын һәм ғәҙәттәгесә эш итеүен үтенәм", – тип яҙа ул.
Мәғлүм булыуынса, коронавирус менән ауырыған дүртенсе кеше Өфө районынан, ул сит илдән ҡайтҡан. Ҡайтҡас та карантинға киткән, кооронавирусҡа тест эшләү ике тапҡыр ыңғай һөҙөмтә биргән. Уны кисә 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына урынлаштырғандар. Туғандарын да тикшергәндәр, әлегә уларҙың анализы инфекцияны күрһәтмәгән.