Пассажирҙар ташыусы шәхси компаняилар - «Маршрут Сервис», «Авто Лайн», «Мондиаль» йәмғиәттәре үҙ транспорттарын көсөргәнешле режимда эшкәртәләр.
- Автобустарҙы элек тә дезинфекциялай инек. Әммә, килеп тыуған хәлдәр беҙҙе өҫтәмә саралар күрергә мәжбүр итте. Һәр рейстан һуң ишек тотҡалары, руль, ултырғыстар, терминалдар хлорлы шыйыҡсалар менән эшкәртелә.Ә эш тамамланғандан һуң автобус тулыһынса, йәғни эстән дә, тыштан да, мухсус иретмәләр менән дезинфекциялана, - тип аңлатма бирҙе ошо компаниялар юрисы Ольга Волкова.