газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 19:05

Ҡурҡыта, шомландыра,хафаға һала

Бөтә Ер шарын ялмап алған хәүефле вирусҡа бәйле хәлдәр көндән-көн ҡуйыра, ҡатмарлаша бара.

Бөтә Ер шарын ялмап алған хәүефле вирусҡа бәйле хәлдәр көндән-көн ҡуйыра, ҡатмарлаша бара. Быға тиклем республикала коронавирус менән сирләүсе бер генә кешенең дә теркәлмәүе күңелдәргә өмөт сатҡылары өҫтәй ине әле. Бәлки, хәүеф беҙҙе урап үтер? Юҡ икән шул, ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы - бөгөн өс кешелә Covid19 вирусы асыҡланған. Ҡурҡыныс... Беҙҙең ҡалала хәлдәр нисек? Хәүеф төркөмөнә ҡарағандар күҙәтеү аҫтына алынғанмы, хәүефле вирустан нисек һаҡланырға - ошо һәм башҡа нәмәләр тураһында Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының Салауат ҡалаһында һәм Ишембай районындағы территориаль бүлеге начальнигы Рәзилә Баһаутдинова һөйләне.
- Февраль айынан алып ҡалала сит илдән ҡайтҡан граждандарҙы көн һайын тикшерәбеҙ. Һандар сәғәт һайын үҙгәреп тора, шуға аныҡ ҡына әйтеүе лә ҡыйын хатта. Шулай ҙа, бөгөнгө көнгә ҡарата 87 кеше ҡала дауаханаһы, 38 кеше "Медсервис" йәмғиәте белгестәренең күҙәтеүе аҫтына алынған. Был кешеләрҙең тән температураһы даими үлсәнә, ике тапҡыр биоматериалдары тикшерелә: сит илдән ҡайтҡандың тәүге һәм унынсы көнөнә. Иң мөһиме, сит илдән ҡайтҡан кешеләр ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа тейеш, үҙенең дә, тирә-йүндәге кешеләрҙең дә сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймаһын. Талаптарҙы боҙған өсөн административ штраф, ә ҡайһы осраҡта хатта енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған. Вирус таралмаһын өсөн республикала, шул иҫәптән беҙҙең ҡалала ла күп эшләнелә, саралар күрелә. Әйтәйек, Салауатта был йәһәттән штаб булдырылған. Уны ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәллиов етәкләй. Сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙең йәшәгән урындарына рейдтар уҙғарыла. Уларҙа был граждандарҙың ҡағиҙәләрҙе үтәү-үтәмә-е тикшерелә. Бассейндар, кинотеатрҙар ябылды, массалы саралар үткәреү тыйылды. Бөтә учреждение һәм предприятие етәкселәренә бөтә санитар талаптарҙы етди үтәргә ҡушылды. Һаҡланғанды - һаҡлармын, тигән Хоҙай. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә бәлә-ҡазанан һаҡлап алып ҡалыр: күп кеше булған урындарҙа йөрөмәҫкә, урамдан кергәс ҡулдарҙы яҡшы итеп йыуырға, бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән ҡулдарҙы эшкәртергә, битлектәрҙе ике сәғәт һайын алыштырып торорға.
Был турала тағы ла ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.
Читайте нас